Как жаль что треть первой Республики не понимают всех прелестей народных песен, просто из-за незнания языка на котором эти песни были сотворены, и только в оригинале способные передать основной посыл со множественной палитрой душевных переживаний и мощной эмоциональной нагрузкой. Конечно, переводом можно донести информацию, но невозможно передать думы, философию и дух народного слова, поэтому пойду философствовать на языке оригинала.
"Бер алманы бишкә бүләйек" йыры бөгөнгө көндә милли фекергә лайыҡлы йыр. Егерме юл менән халыҡ берҙәмлегенең көсөн сағылдырған, халыҡтың бар булмышын асыҡлаған йыр. Һәр бер юлы шул тиклем төплө мәғәнәгә эйә, ата-бабаларыбыҙ ни тиклем тәрән-аҡыллы булғанын аңлап һоҡланырға ғына ҡала. Йырҙың беренсе юлдарынан уҡ ергә хужа булыуҙы мөһим күреү, уның менән эш итә лә белеү, ләззәт тә күреү аңлатыла:
"Арҡаларҙан арпа урайыҡ,
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ."
Милли һыҙаттар ҙа күренмәй ҡалмай:
"Һөйләгәндәр, әй һөйләһен,
Ишетмәгән кеше булайыҡ,"
тирә яҡта ни булыуына, ни һөйләүҙәренә иғтибар һалмай, ишетмәгән кеше булып үҙенекен эшләп йөрөүселәр беҙ түгелме ни?
Ә ат тураһында?
"Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан
Ат уйнатам тиһәң - тау, ялан."
Беҙҙең халыҡ борондан ат уйнатып, уны тоғро дуҫы итеп йәшәгән, һәм ике юл менән йылҡысылыҡты милли кәсеп тип аңлатҡан йыр ҡомартҡы бит!
Халыҡ ижады ла шул уҡ бер нисә юл эсендә:
"Ел елләмәй ҡурай һелкенмәй,
Бер йырламай йөрәк елкенмәй",
әйтерһең дә тау бите буйлап китеп барыусы ел иҫкәнгә ҡурайҙың моңло һыҙғырыуын ишетеп ҡала, ә күңеле йырламай түҙә алмай...
Һәм былар барыһы менән бергә йырҙа иң мөһим һәм төп төшөнсә булып килә - берҙәмлек. Һәм был еткермә йырҙың башында ла, уртаһында ла, аҙағында ла. Барлыҡ йыр бер мәғәнә менән сорналған, һәм йырҙың һуңғы юлдарында айырыуса сағылыш тапҡан:
"Бер алманы бишкә бүләйек,
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек.
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ,
Был донъяның кәҙерен беләйек."
Йырҙың исеме - уның есеме: бер алманы бишкә бүлеү - ризыҡты уртаҡлашыуҙы аңлатмай, әлбиттә, ә айырым шәхес мәсьәләһе халыҡ мәсьәләһенә әйләнергә тейеш икәнлеге тураһында был хаҡ юлдар.
"Алма"ны бында ауыр хәл итеп аңлау кәрәк, һәм бер кеше өсөн ауыр булған "алманы" бишкә бүлгәндә генә ул күренеш ауыр булыуҙан туҡтай. Артынан килгән "беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек" юлы был фаразға дәлил өҫтәп тора, сөнки бер шәхестең ауыр хәле бар халыҡтың мәсьәләһенә әйләнә икән, һәм кешеләр бер береһенең мәнфәғәтен яҡлауҙа үҙ йәнен аямай икән, был - халыҡты берләштереүсе иң бөйөк көс. Һәм һөҙөмтәлә беҙ бер беребҙгә айырылмаҫлыҡ дуҫтар булып, донъяларҙың ҡәҙерен белеп йәшәй алабыҙ.
Бөгөнгө көндә был юлдар үҙәклелеген юғалтмаған, ә киреһенсә, йырға һалынған мәғәнә халҡыбыҙға яҡты киләсәккә юл һалыусы ата-бабалар васыяты. Заманында бындай мөнәсәбәттәр үҙҙәренә лә күп еңеүҙәр яуларға ярҙам иткән. Халыҡ рухында, милләт хәтерендә ата-бабаларыбыҙға хас булған фиҙаҡәрлек хис тә һүнмәһен ине...