Музыка

Сборник: Ағиҙел - ағым һыу

Запись в 1947г.Г.З Сулейманова, усвоенной от учителя К.М.Диярова,1910г.р., д.Басай  Баймакского р-на. Лирическая песня о любви к природе. Река Белая выступает здесь как обобщенный образ родного края. Про реки Агидель народ сложил множество песен. 

Ағиҙелкәй ҡайҙа? Ай, туғайҙа.
Ағиҙелкәй һымаҡ һыу ҡайҙа?
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуҙың, ай, буйҙары,
Йәмле  сағы уның яҙғы айҙа. 
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, буйында,
Һандуғастар һайрай муйылда. 
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан
Яман теләк йөрөтмәҫ  уйында. 
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән,
Яр ситтәре уның ҡом икән. 
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелдә үҫкән, ай, ҡыҙҙарҙың
Тауыштары бигерәк моңло икән. 
                   Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

QR код материала

Qr Code