Музыка

Сборник: Аҡһаҡ ҡола

Нотация К.Ю.Рахимова по исполнению кураиста М.Рахматуллина. Ноты без текста, подтекстован автором-составителем с использованием эпического произведения «Аҡһаҡ ҡола».

А.М. Кубагушев. Ете ырыу. Фольклорно-методическое издание. Уфа, 2017.

Алтмыш йылҡы бер ките, ти, 
Етмеш йылҡы бер ките.
Алтмыш йылҡы араһында
Атлығып торған алты ат юҡ;
Айыл етмәҫ ала ат юҡ,
Ҡойошҡан етмәҫ ҡола ат юҡ,
Ҡарлуғас ботло ҡара ат юҡ,
Күгәрсен түш күк ат юҡ, 
Сыбай ҡашҡа кир ат юҡ,
Йондоҙ ҡашҡа һары ат юҡ, ти,
Лә, лә, лә ,лә, лә, лә, лә, лә…

Етмеш йылҡы араһында
Елкенеп торған ете ат юҡ;
Ялбыр яллы ерән юҡ,
Нескә бөйөр дүнән юҡ,
Югән һалмаҫ юрға юҡ,
Йоморо тояҡ туры ат юҡ,
Мундаһы бейек бурыл юҡ,
Тырпаҡ ҡолаҡ ҡонан юҡ,
Йәйек ҡойороҡ бейә юҡ.
Ялы ергә һөйрәлгән,
Аҡһаҡ ҡола – мал ҡото,
Ул да булһа ҡасып киткән, 
Яланда юҡ, йортта юҡ.

QR код материала

Qr Code