Аҡһаҡ ҡола (Хромой конь). Нотация Х.Ф.Ахметова
Другой вариант. Нотация Х.Ф.Ахметова, в собственном исполнении песни, усвоенной в детстве. Отличается лирическим характером и мелодикой напева.
А.М. Кубагушев. Ете ырыу. Фольклорно-методическое издание. Уфа, 2017.
Иртән дә тороп ҡараһам, ти,
Аралап йөрөп байҡаһам, ти,
Мундаһы бейек күк ат юҡ, ти,
Алма сыбар дүнән юҡ, ти,
Ҡарлуғас бот ҡара ат юҡ, ти,
Балауыҙ төҫлө һары ат юҡ.
Атҡа ла менеп сабырға, ти,
Эҙләп тә йөрөп табырға, ти,
Һололо ла атым, мал ҡотом, ти,
Аҡһаҡ та ҡолам янда юҡ.
Аҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти,
Туҙҙырған да һин, аҡһаҡ, ти.
Аҡһаҡ ҡоланы тапҡан һуң,
Асыуҙан уҡты тартҡан һуң,
Һыртынан башаҡ үткән һуң,
Аттың хәле бөткән һуң,
Аҡһаҡ та ҡола тигән, ти,
Былай ҙа тиеп әйткән, ти:
Һыртымды ярып хур иттең,
Ҡолағым ярып иң иттең,
Иңле лә ҡолаҡ, ярыҡ һырт,
Йөрөп тә булмаҫ, мин ҡайттым.