Музыка

Сборник: Аҡ тирәк
Балалар ике төркөмгә бүленә һәм ҡапма-ҡаршы стеналар буйлап сафҡа теҙелә.
 
1-се төркөм:
Аҡ тирәк, күк тирәк,                      Урында торған килеш йырлайҙар.
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
 
2-се төркөм:
Ҡара ҡашлы, матур күҙле          Урында торған килеш йырлайҙар.
Гөлдәр тигән ҡыҙ кәрәк.
 
Йәки:
 
Ҡара ҡашлы, тапҡыр һүҙле
Батыр Мөхәмәт кәрәк.
 
Саҡырып алынған бала музыка тауышы аҫтында ҡаршы яҡҡа аяғын алмашлап баҫып бейеп бара һәм балалар янынан бейеп үтә. Балалар сәпәкәй итә. Бала, уңайлы мәл һайлап, үҙен үткәреп ебәрмәҫкә тырышҡан тиҫтерҙәре араһынан үтергә һәм берәйһенең ҡулынан тоторға тырыша. Әгәр ул үтеп, иптәшен һайлап алһа, үҙ төркөмөнә ҡайта; әгәр үтә алмаһа, үҙе шунда тороп ҡала.
 
Уйын ҡабатлана, ләкин хәҙер икенсе төркөм һорау бирә. Балалар һаны күберәк булған төркөм еңеүсе була.

QR код материала

Qr Code