Музыка

Сборник: Ҡарат

«Ырымбур ҡалаһынан бер генерал-майор биш башҡорт уҡсыһын саҡырған. Генерал быларҙың мәргәнлектәрен һынамаҡсы булған икән. Атып, сәпкә тейҙерергә ҡушҡан. Сәп итеп урман эргәһендәге ҡайынды һайлаған. Башҡорттар ҡайында билдәләнгән ергә атҡан.

Быларҙың мәргәнлегенә ышанғас, майор:

— Һеҙҙең уҡтарығыҙ егерме биш кешене үтәнән-үтә ата ала. Шуның өсөн башҡорттар араһында уҡ башы эшләй торған тимерселәр булмаҫҡа тейеш, — тигән. Үҙенең фарманын башҡорт ауылдарына таратҡан. Ошонан һуң башҡорттар уҡ баштарын бик йәшереп кенә эшләй башлаған.

Ырымбур яғында Яманһары тигән ауылдан туғыҙ тимерсе йылға буйындағы әҙәм аяғы баҫмаған урында утыҙ меңдән ашыу уҡ башы яһай. Хәҙер ул йылғаны Туғыҙтимер тип атайҙар.

Шул уҡ ваҡытта Ғәбделнасир менән Ишмәкәй тигән ике кеше йәшерен йыйын йыя. Улар генералдың фарманына ҡаршы баш күтәрмәксе була. Был турала Түбәнге Троицкиҙан генерал Килмәков ишетеп ҡала, Ырымбур генералы алдында ярамһаҡланып, ялыу хаты ебәрә.

Бер аҙҙан полицейскийҙар килеп, был серҙе аса. 120 башҡортто ҡулға алып, Мәләүезгә килтерәләр. Ер аҫтындағы төрмәгә ябып та ҡуялар. Ғәбделнасир менән Ишмәкәй: «Беҙҙең арҡала ғәйепһеҙҙәр ҙә ҡулға алынды. Уларҙы ҡотҡарыр кәрәк ине», — тип һөйләшкән.

Ғәбделнасир, рөхсәт алып, Ырымбурға китә. Барһа, иғлан күреп ҡала: «Әгәр башҡорттар беҙҙең атаманға оҡшарлыҡ йүгерек ат тапһа, ҡулға алынғандарҙы ҡотҡарабыҙ», — тип яҙылған була унда.

Ғәбделнасир был хаҡта Ишмәкәйгә әйтә. Ишмәкәй:

— Дуҫтар хаҡына Ҡаратты йәлләмәйем инде, — тигән.

Атаманга Ҡаратты алып баралар. Тегенеһе эс тырнап көлә, ти:

— Әйҙә инде, ярыштырып ҡарағыҙ. Минең ике йүгерегем бар. Әгәр түңәрәк майҙанды ун өс тапҡыр уратып, алға сыға алһа, дуҫтарығыҙҙы ҡотҡарабыҙ.

Ярыш башланған. Сабыштың дүртенсе түңәрәгенә сыҡҡас, Ҡарат артта тороп ҡала. Атаман яҡлылар ҡысҡырыша-ҡыуана башлаған. Башҡорттар ҙа ҡарап ултырған был сабышты. Араларында сәсән дә бар икән.

Алға ынтыл, һай, ҡара атым,

Елберләтеп ялбыр ял осон.

Аяма ла йәнең, һай, Ҡаратым,

Иөҙ егерме башҡорт ҡаны өсөн.

Алдан ғына саба, алды бирмәй,

Начальник та майор аттары.

Күҙҙәрен дә тегәп Ҡара атҡа,

Әжәл көтә башҡорт ҡарттары.

Аяғыңды, Ҡарат, ер тотамы?

Әйҙә, ынтыл, бирмә алдарҙы.

Иөҙ егерме башҡорт күҙ йәш түгә

Ағыҙма, тип, беҙҙең ҡандарҙы.

Һуңғы түңәрәкте әйләнгән саҡта, Ҡарат ҡапыл алға ынтыла һәм генерал аттарын артта ҡалдыра. Баштары иҫән ҡалған башҡорттар ҡыуаныстарынан Ҡаратты ҡосаҡлап илайҙар.

Ғәйрәт теләй башҡорт Ҡаратҡа,

Ҡан-йәш түгә йәше-ҡарттары.

Ҡанатлы ҡош кеүек Ҡарат саба,

Артта ҡала майор аттары.

Әйтер һүҙҙәремде әйтә алманым,

Күҙҙәремә йәштәр тулғанға.

Һырттарыңдан һыйпап үҫтергәндәр

Йүгерерҙәй һының булғанға.

Ҡараттың уҙып китеү шатлығы шул тиклем оло була, Ишмәкәй дуҫтарының ҡотолоу шатлығынан ни эшләргә белмәй. Тик атаман атты алырға килгәс, ҡапыл бөтә шатлыҡ һыпырып алғандай юҡ була. „Ысынлап та, Ҡарат бит хәҙер уныҡы!“ тигән бошонҡо уй зиһенен ярып үтә уның. Бер атына ҡарай, бер дуҫтарына. Дуҫтары, үҙҙәрен ғәйепле тойғандай, баштарын түбән эйә. „Был тиклем ҙур ҡыуаныс өҫтөнә ҡара һором һирпмәйем әле“, — тип уйлай ҙа Ишмәкәй, ҡиәфәтенә, йөҙөнә көрлөк сығарып, атының артынан һөйөп: „Мин һине барыбер ҡотҡарам!“ — тип шыбырлай ҙа теҙгенде атаманға тоттора.

Ғәбделнасир менән икәүһе, һүҙ ҡуйышып, бер ҡара төндө атты барып урлайҙар ҙа Әбйәлил яҡтарына оҙаталар. Аттың юғалыу ын белгәс тә, атаман Ишмәкәйгә кеше ебәрә. Тентейҙәр, тирә-яҡ ауылдарҙан эҙләп сығалар, хәйлә менән бәйге ойошторалар… Әммә Ҡарат эҙһеҙ ғәйеп була.

Ул ваҡиға онотолоп, донъя әҙерәк һил булғас, Ишмәкәйҙең Ҡаратта һыбай йөрөгәнен күрәләр.

Ә йөҙ егерме башҡорттоң яҙмышы хәл ителеп, аттарҙы сабыштырған яланды хәҙер Ҡарат яланы тип йөрөтәләр.»
Бураҡаев И. Д., Бураҡаева М. С., Юлмөхәмәтов М. Б. авторлығында VI класс өсөн төҙөлгән «Тормош һабаҡтары» дәреслеге »

Буранғолов Мөхәммәтша Абдрахман улы яҙып алған вариант буйынса ҠАРА АТ тарихы

QR код материала

Qr Code