Итексе
Сборник:
Итексе
Балалар түңәрәк яһап торалар. Ултырғыста бер бала — итексе ултыра.
Итексе:
Итек, ситек, энә, беҙ, Итексе тегеүсегә хас хәрәкәттәр яһай, итек тегә.
Матур итеп тегәбеҙ. —} 2 тапҡыр
Балалар түңәрәктә бейеп йөрөй.
Башлыҡ башы сигәбеҙ,
Кәрәкмәһә, алмағыҙ,
Башлыҡ башы сигәбеҙ,
Оҡшар, кейеп ҡарағыҙ.
Балалар:
Әй, итексе, башмаҡсы, Түңәрәкте ҡыҫып, ике ябай аҙым яһап,
Үҙең оҫта таҡмаҡсы. өс тапҡыр тыпырлатып баҫалар.
Һин һайрама таҡмағың, Кәүҙәләрен бороп, өс тапҡыр
Бир кейергә башмағың! тыпырлатып баҫалар.
Йыр тамамланыуға, балалар тиҙ генә таралалар, а итексе уларҙың береһенә тейеп ҡалырға тырыша. Ул бала итексе итеп билдәләнә һәм уйын ҡабатлана.