Музыка

Сборник: Ҡабырғалы, ҡамсылы (Вариант 2)

​Балалар ике төркөмгә бүленә һәм ҡапма-ҡаршы стеналар янында сафтарға теҙелеп тора. Улар араһында музыкаль диалог бара.

1-се рәт:

Кикирикүк ни була? Урында торған килеш йырлайҙар,

Таң ата ла кис була. етәкләшкән ҡулдарын бәүелтәләр.

Аҡбуҙатым йүгәнле,

Саҡма көмөш эйәрле,

Ҡабырғалы, ҡамсылы,

Тама торған тамсылы,

Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

2-се рәт:

Кикирикүк шул була,

Таң ата ла кис була.

Аҡбуҙатым йүгәнле,

Саҡма көмөш эйәрле,

Ҡабырғалы, ҡамсылы,

Аҡ тирәк, күк тирәк,

Айгөл тигән ҡыҙ кәрәк.

Йыр тамамланыуға, исеме әйтелгән бала ҡаршы сафҡа табан йүгерә, балаларҙың тотоношҡан ҡулдарын ысҡындырып сығырға тырыша. Әгәр сыға алһа, үҙе менән бер баланы алып китә; әгәр сыға алмаһа, үҙе тороп ҡала.

Уйын ҡабатлана, ләкин һорауҙы 2-се төркөм бирә, 1-селәр яуаплай. Күберәк баланы үҙ яғына алған төркөм еңеүсе була.

QR код материала

Qr Code