Музыка

Сборник: Салауат
«Салават» (“Салауат”) - башкирская народная песня, кыска кюй. 
 
Впервые записана Л.Н.Лебединским в 1937 году от Б.М.Магадеевой и опубликована в сборнике “Башкорт халык йырдары". Варианты записаны З.Г.Исмагиловым, Г.З.Сулеймановым. 
 
Всем народным песням о Салавате свойственны общие черты: отсутствие сложной музыкальной орнаментации, мелодическая линия напевов устойчива, ритм отличается четкостью. 
 
В песни прославляется Салават Юлаев и обличаются царь, бояре и заводчики, башкирские баи и мурзы. 
 
Напев этой песни маршевый, мажорный, бодрый. Мелодическая линия характеризуется отсутствием орнаментики, кантиленностью, преобладанием звуков тонического трезвучия, квартовыми интонациями, ладовой переменностью. 
 
Среди исполнителей Г.С.Альмухаметов, В.М.Мустафин. В профессиональной музыке «Салават» интерпретируется в быстром темпе, приобретая героическое звучание. Мелодия песни использована в операх “Ҡарлуғас” (“Карлугас”) Н.К.Чемберджи, “Емельян Пугачёв” М.В.Коваля, “Салават Юлаев”, балете “Горный орёл”, Симфонии для оркестра башкирских народных инструментов Д.Д.Хасаншина, одноименной симфонической поэме А.С.Ключарёва, “Башкирской сюите” З.Л.Компанейца, музыке Х.Ф.Ахметова к спектаклю по одноименной пьесе Б.Бикбая, Исмагилова - по пьесе М.Карима “Салауат. Өн аралаш ете төш”, Увертюре на две башкирские народные песни. 
 
Лит.: Сөләймәнов Р. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 1‑се т. Эпик йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 2001; Галина Г.С. Башкирская народная музыка. Уфа, 2013.
Г.С.Галина

Источник

(беренсе вариант) 
 
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә. 
Яланда йөрөгән йылҡының
Алалары бар ҙа буҙы юҡ.
Яуҙарҙы ҡырған Салауат,
Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ. 
Йүрүҙән һыуы туғайы,
Сырлап ҡына осор турғайы.
Салауат менән Юлайҙың
Сыңғырайҙыр тимер бығауы.
Салауат йөрөгән кир аттың
Ялғынаһын кемдәр тараған.
Салауаттың һиҙгер күҙҙәре
Алыҫтарға текләп ҡараған. 
 
(Икенсе вариант) 
 
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Булғадир булған ай Салауат
Егерме лә ике йәшендә. 
Салауат бара йыр йырлап,
Батыр ғәскәрҙәре башында.
Дошмандарҙы ҡырған Салауат,
Исемкәйе Урал ташында. 
Яндарым тарттым, уҡ аттым,
Беләккәйем ергә таянып,
Иҫ китерлек эштәр эшләнек,
Салауат тигән иргә таянып. 
Алыҫтан ҡарап күренгән —
Ағиҙелкәйҙәрҙең тирәге.
Салауат тигән ир-арыҫлан —
Бүгәсәү ғәскәренең терәге. 
Аҡ-сал яурын, ала ҡанат —
Урал тауҡайының бөркөтө.
Бүгәсәү менән ай Салауат —
Әрәсәйҙең данлы егете.
 
(Өсөнсө вариант) 
 
Салауат нисә йәшендә,
Ҡамсат та бүрке башында.
Булғадир булған Салауат
Егерме лә ике йәшендә. 
Югереп мендем тауҙарға,
Аҡ кейектәрҙе ауларға.
Салауат тигән батыр ир
Ҡаршы торҙо килгән яуҙарға. 
Һауала осҡан ағуна,
Ҡанаттары талғас, ҡағына.
Салауат китте, баш эймәң —
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла.
 
(Дүртенсе вариант) 
 
Салауат нисә йәшендә,
Йәшел ҡамсат бүрке башында.
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә. 
Салауат менгән кир аттың
Күкрәк-түшкәйҙәре киң икән.
Яуҙарға әйҙәп сапҡан осҡор —
Салауат та тигән ир икән. 
Салауат килә атлығып,
Ат уйнатып, үҙән буйлатып,
Бүгәсәү менән, ай, Салауат
Дошман яуын ҡырҙы шаулатып. 
Салауат батыр ҡоралы
Еҙ башаҡлы ғына уҡ икән.
Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек,
Салауаттай батыр юҡ икән.
 
(Бишенсе вариант) 
 
Салауат барған ғәскәр башында,
Ат уйнатып, Урал буйлатып.
Ҡылысҡайы үткер, уғы мәргән,
Дошман яуын ҡырған шаулатып.
Салауат менгән ҡара кир аттың
Күкрәк-түшкәйҙәре киң икән.
Халыҡ ирке өсөн ҡорбан булған
Салауат та тигән ир икән.
Аҡ-сал ғына яурын, ала ҡанат —
Урал ғына тауҙың бөркөтө.
Бүгәсәү та менән, ай, Салауат —
Үҙ иленең тоғро егете. 
Салауат батыр алмас ҡылысын
Йөрөтөр булған һәр саҡ билендә.
Салауат батыр һәләк булһа ла,
Даны йәшәй тыуған илендә.
 

QR код материала

Qr Code