- Бала бар ерҙә батша юҡ.
- Бала - ата-инәгә алтын бағана.
- Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
- Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
- Бала ҡарыныңда саҡта - эсеңә ауыр, өйҙә саҡта - башыңа ауыр, ситкә китһә - йәнеңә ауыр.
- Балалы тормош - мең хәсрәт, балаһыҙ - бер хәсрәт.
- Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
- Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
- Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
- Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
- Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
- Ир бала – йортҡа терәк.
- Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
- Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
- Ағаһын күреп, ҡусты үҫер,
- Апаһын күреп, һеңле үҫер.
- Ир бала атаһына таяу,
- Ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
- Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
- Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
- Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
- Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
- Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Башкирские пословицы о детях
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 1052