- Яҡшы булһаң, яҡын күп.
- Яҡшы егеттең аты ҡалыр, яман егеттең таты ҡалыр.
- Яҡшы исем малдан артыҡ.
- Яҡшы йәнеңә юлдаш, яман малыңа юлдаш.
- Яҡшы кеше ай менән көндәй: бар әҙәмгә берҙәй.
- Яҡшы кеше йөрөгән ерен маҡтап йөрөр; яман кеше йөрөгән ерен үртәп йөрөр.
- Яҡшы кеше менән дуҫ булһаң, юлға күндерер; яман кеше менән дуҫ булһаң, юлдан яҙҙырыр.
- Яҡшы кеше — муйынса ҡашы, яман кеше — мунса ташы.
- Яҡшы кеше эш ыратыр, яман кеше теш ыржайтыр.
- Яҡшы кешенең яҡшылығы тейер тар ерҙә; яман кешенең яманлығы тейер һәр ерҙә.
- Яҡшы кеше — гәүһәр ташы.
- Яҡшы күргән яҡшылығын һөйләр,
- Яман күргән яҡшылығын да яман итеп һөйләр.
- Яҡшы менән бергә барһаң — малға туйырһың; яман менән бергә барһаң — ярҙан ҡоларһың.
- Яҡшы менән һөйләшһәң, балға шәкәр ҡатҡандай; яман менән һөйләшһәң, эткә һөйәк атҡандай.
- Яҡшы менән юлдаш булһаң — ирешерһең моратҡа; яман менән юлдаш булһаң — ҡалырһың оятҡа.
- Яҡшы менән юлдаш булһаң — уңырһың; яман менән юлдаш булһаң — туңырһың.
- Яҡшы менән юлдаш булһаң — эшең бөтөр; яман менән юлдаш булһаң — башың бөтөр.
- Яҡшы менән яман араһы — ер менән күк араһы.
- Яҡшы тыуһа, илгә ҡот, ямғыр булһа, ергә ҡот.
- Яҡшы һөйләгәндә кәңәш сығыр, яман һөйләгәндә игәш сығыр.
- Яҡшы эш үҙен-үҙе маҡтай.
- Яҡшы әйтмәй белер, һорамай бирер.
- Яҡшы әҙәм аш ашай, яман әҙәм баш ашай.
- Яҡшы әҙәмдә ҡон булмаҫ; яман әҙәмдә моң булмаҫ.
- Яҡшы юлдашынан беленә.
- Яҡшы ялғандан яман дөреҫлөк яҡшы.
- Яҡшы яңылышһа — үҙенән күрер, яман яңылышһа — кешенән күрер.
- Яҡшы янында яман беленә.
- Яҡшыға тарыҡма, яманға юлыҡма.
- Яҡшыға тиң юҡ, яманға иң юҡ.
- Яҡшыға һүҙ эйәрер, яманға күҙ әйәрер.
- Яҡшыға эйәргән — уңыр, яманға эйәргән — туңыр.
- Яҡшыға әйтһәң, белер, яманға әйтһәң, көлөр.
- Яҡшыға яҡшылыҡ ҡылһаң, бише менән ҡайтарыр.
- Яҡшыға яҡынлашһаң, яҡшылығы йоғор; яманға яҡынлашһаң, яманлығы йоғор.
- Яҡшыға ялынһаң — малың ҡалыр; яманға ялынһаң — йәнеңде алыр.
- Яҡшыға ят булмай, яманда оят булмай.
- Яҡшылыҡ белмәгән кеше кешене һанламаҫ.
- Яҡшылыҡ заяға китмәҫ.
- Яҡшылыҡ ерҙә ятмаҫ.
- Яҡшылыҡ итеү яҡшылыҡ күреүҙән яҡшыраҡ.
- Яҡшылыҡ иткән — ашын ашар; яманлыҡ иткән — башын ашар.
- Яҡшылыҡ иткән юлда ҡалмаҫ, насарлыҡты ат тарта алмаҫ.
- Яҡшылыҡ иткән яҡшылыҡ көткән, яҡшылыҡ итмәгән ни көткән?
- Яҡшылыҡ итһәң — яҡшылыҡ табырһың; яманлыҡ итһәң — яманлыҡ табырһың.
- Яҡшылыҡ ҡылған — аш йыйған, яманлыҡ ҡылған — таш йыйған.
- Яҡшылыҡ ҡылып диңгеҙгә ташлаһаң да ҡайтыр.
- Яҡшылыҡ ҡылырға ҡулыңдан килмәһә, яманлыҡ ҡылма.
- Яҡшылыҡ онотола, яманлыҡ онотолмай.
- Яҡшылыҡ яу ҡайтара.
- Яҡшылыҡҡа өйрән, яманлыҡтан ерән.
- Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ — һәр кешенең эшелер; яманлыҡҡа яҡшылыҡ — ир кешенең эшелер.
- Яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмә.
- Яҡшылыҡты онотма, яманлыҡты күңелеңдә тотма.
- Яҡшылыҡты хайуан да белә.
- Яҡшылыҡты һатып алып булмай.
- Яҡшынан ҡасма, яманға аяҡ баҫма.
- Яҡшынан эш ҡала, ямандан үс ҡала.
- Яҡшыны күреп фекер ит, яманды күреп шөкөр ит.
- Яҡшыны эҙләп ал, насары үҙе килер.
- Яҡшыны яманға һатма.
- Яҡшының бер һүҙе — мең алтын.
- Яҡшының ҡәҙерен яман белмәҫ.
- Яҡшының үҙе үлһә, аты ҡалыр.
- Яҡшының үҙе үлһә лә, һүҙе үлмәй.
- Яҡшының үҙе үлһә лә, эше үлмәй.
- Яман айғыр өйөрөн яуға алдырыр, яман егет юлдашын дауға ҡалдырыр.
- Яман арба юл боҙор, яман кеше ил боҙор
- Яман — ашҡа, яҡшы — эшкә.
- Яман егет юлдашын яуға алдырыр, үҙен оятҡа ҡалдырыр.
- Яман кеше яңғыҙ үлер.
- Яман кешенән йәйә буйы булһа ла ҡас.
- Яман килде — яу килде.
- Яман кәзә тартышҡаҡ, яман әҙәм орошҡаҡ.
- Яман мал янына ҡурйын бәйләтмәҫ, яман әҙәм янына кеше эйәләтмәҫ.
- Яман менән көлһәң, аҙағында иларһың.
- Яман менән юлдаш булма: яҡшы юлдан яҙҙырыр.
- Яман менән юлдаш булһаң — ярға йығылырһың; яҡшы менән юлдаш булһаң — малға юлығырһың.
- Яман тыуыр, юлды быуыр.
- Яман үҙен белмәҫ, яҡшыны күҙгә элмәҫ.
- Яман эт итәккә йәбешә, яман кеше яғаға йәбешә.
- Яман эшенән күрмәҫ, кешенән күрер.
- Яман эште яҡшылыҡ баҫыр.
- Яман юлдаш яу булыр, бөтә эше дау булыр.
- Яман юлдаштан яңғыҙлыҡ яҡшы.
- Яман юлдашты ярты көн һаҡла.
- Яман яҡшы менән дуҫлашмай.
- Яманға барма, яҡшынан ҡалма.
- Яманға баш булғансы, яҡшыға юлдаш бул.
- Яманға йәнеңде бирһәң дә, ярамаҫһың.
- Яманға йоғолма, йоғонһаң, йығылма.
- Яманға үлем юҡ, яҡшыға йөрөм юҡ.
- Яманға эйәргән — яҙыҡҡа, яҡшыға эйәргән — аҙыҡҡа.
- Яманға әйткән аҡыл — далаға атҡан уҡ.
- Яманға юлдаш булһаң, оятка ҡалырһың.
- Яманға яҡшылыҡ итһәң, аңламаҫ, яҡшыға яҡшылыҡ итһәң, онотмаҫ.
- Яманға ялынһаң, яңағың һыныр.
- Яманға яман иш була.
- Ямандан ҡас, яҡшыға һырыш.
- Ямандан ҡәберең йыраҡ булһын.
- Ямандан яҡшылыҡ көтмә.
- Ямандың ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ.
- Ямандың аяғы һигеҙ — береһе теймәһә, береһе тейә.
- Ямандың биргән ашынан яҡшының әйткән һүҙе артыҡ.
- Ямандың күперенән үткәнсе, ярҙан ос.
- Ямандың ҡуйынында ятҡансы, яҡшының аяғында ят.
- Ямандың түрендә булғансы, яҡшының гүрендә бул.
- Ямандың уйы яман.
- Ямандың үҙ бәләһе үҙенә етер.
- Ямандың юлдашы ла яман.
- Ямандың яҡшыһы булғансы, яҡшының шаҡшыһы бул.
- Ямандың яманлығы үҙ башына ҡайтыр.
- Яманлыҡ иткән изгелек тапмаҫ.
- Яманлыҡ иткәнгә лә яҡшылыҡ ит.
- Яманлыҡ ҡылдым да ҡотолдом тимә — алдыңа килер.
- Яманлыҡ эшләп, яҡшылыҡ көтмә.
- Яманлыҡҡа яманлыҡ — яҡшылыҡ, яҡшылыҡҡа яманлыҡ — шаҡшылыҡ.
- Яманлыҡты күрмәгән — яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгән.
- Яманлыҡтың сиге бар, яҡшылыҡтың сиге юҡ.
- Ҡөн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ.
Башкирские пословицы о добре и зле
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 3581