- Әҙәмде әҙәм иткән — әҙәп.
- Әҙәп барҙа оят бар.
- Әҙәп барҙа иман бар, әҙәп юҡта иман юҡ.
- Әҙәпһеҙҙән әҙәп өйрән.
- Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың, яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.
- Әҙәпле кеше — солтан, әҙәпһеҙҙең бите — олтан.
- Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ.
- Ғәйебеңде таныу – ярты төҙәлеү.
- Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
- Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
- Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
- Кесегә шәфҡәт итеп юл бир, олоға хөрмәт итеп ҡул бир.
- Оло кешегә изгелек күрһәтмәгән, олоғайғас үҙе лә изгелек күрмәҫ.
- Оло кешене хөрмәтләһәң, хөрмәт күрерһең.
- Оло һүҙен тыңламаған оролған да бәрелгән.
- Ололарға хөрмәт ҡыл, кеселәргә шәфҡәт ҡыл.
- Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде.
- Олоно оло ит, кесене кесе ит.
- Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт.
- Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит.
- Кешене хур иткән үҙе ҙур булмаҫ.
Башкирские пословицы о порядке
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 1004