- Иле барҙың – көнө бар.
- Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә; тыуған илгә ни етә, ҡәҙерен белгән кешегә.
- Айырылған ил аҙыр, ҡушылған ил уҙыр.
- Аҫыл кеше алтын тип үлмәҫ, илем тип үлер.
- Ат әйләнеп төйәген табыр, һыу әйләнеп юлын табыр, ир әйләнеп илен табыр.
- Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
- Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ.
- Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
- Берҙә түгел, илдә көс.
- Биле ныҡтың – иле ныҡ, иле ныҡтың – биле ныҡ.
- Данлы егет ил өсөн үлер.
- Дуҫынан айырылған ете йыл илар,
- Иленән айырылған ғүмер буйы илар.
- Ерҙең даны ирҙән.
- Ерҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.
- Ерҙән айырылған елгә осор.
- Ере байҙың – иле байыр.
- Ерһеҙ кеше — илһеҙ кеше.
- Икмәк – илдән, һыу – күлдән.
- Ил барҙа сәпсек үлмәҫ.
- Ил барҙа, ир хур булмаҫ, ир барҙа, ил хур булмаҫ.
- Иле барҙың теле бар, теле барҙың иле бар.
- Ил ирекһеҙ булһа, ир күрекһеҙ булыр.
- Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн.
- Ил ҡәҙерен белмәгән – башын юғалтҡан, Ер ҡәҙерен белмәгән – ашын юғалтҡан.
- Ил намыҫы хур итмәҫ.
- Ил терәге – ир, ир терәге – ил.
- Илгә бирһән ашыңды, ил ҡәҙерләр башыңды, Эткә бирһәң ашыңды, эттәр талар башыңды.
- Илгә ҡушылһаң – ир булырһың, илдән айырылһаң – хур булырһың.
- Илдең биле ныҡ булһын, ирҙең күңеле туҡ булһын.
- Илдең көнө ер менән.
- Илдең эше ир муйынында, ирҙең эше ил ҡуйынында.
- Илдә булһа үлмәҫһең, илһеҙ көнөң күрмәҫһең.
- Иле берҙәмдең, көнө берҙәм.
- Иленән биҙгән ир уңмаҫ, күленән биҙгән ҡаҙ уңмаҫ.
- Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.
- Ир булһаң, илгә таян.
- Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр.
- Ир-егетең яҡшыһы ил менән.
- Ир илендә ҡәҙерле.
- Ир терәге – ер.
- Ир – тыуған ерендә, ат – туйған ерендә.
- Ир яҡшыһы илгә ярай.
- Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән.
- Ирҙәр айырылһа, ил таралыр.
- Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
- Көтөү ташлаған малды бүре алыр, илен ташлаған ирҙе гүр алыр.
- Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
- Мал ашаған еренә, ир тыуған еренә ҡайтыр.
- Осорорға ел көслө, көрәшергә ил көслө.
Башкирские пословицы о родине
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 8110