- Татыу ғаилә – ил күрке.
- Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
- Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
- Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
- Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.
- Ҡояш янында - йылылыҡ, әсә янында - изгелек.
- Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
- Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
- Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
- Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.
- Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә - көйҙөрә.
- Улың булһа, олоҡло менән күрше бул,
- Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
- Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
- Әсәй - ҡаҙна, атай – еҙнә.
- Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
- Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
- Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
- Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ.
- Иреңдән айырылғансы күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.
- Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын
- Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
- Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
- Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
- Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
- Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
- Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
- Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
- Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
- Бала - ата-инәгә алтын бағана.
- Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
- Бала күрмәгән - балдан ауыҙ итмәгән.
- Баланан бәхетең булһа - ҡарт көнөңдә йәш итер,
- Баланан бәхетең булмаһа - иртә йәштән ҡарт итер.
- Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
- Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
- Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
- Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
- Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
- Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.
Башкирские пословицы о семье и семейных ценностях
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 7489