- Теле ямандың көнө яман.
- Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
- Телдең күрке - һүҙ.
- Татлы тел таш ярыр.
- Теле барҙың иле бар.
- Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа.
- Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
- Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
- Тел һөйләй, ҡул эшләй.
- Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
- Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
- Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
- Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
- Теленең өҫтө - һөт, аҫты - ҡорт.
- Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр.
- Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
- Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
- Яман кешенең теле әсе.
- Көйҙөргән дә - тел, һөйҙөргән дә - тел, көлдөргән дә - тел ,бөлдөргән дә - тел.
- Ике тапҡыр уйла, бер тапҡыр һөйлә.
- Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт.
- Әсә теле бер була.
- Иләк һорарға ла тел кәрәк.
- Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең.
- Аҙ һөйлә - күп эшлә.
- Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.
Башкирские пословицы о языке
- Родительская категория: Словесные жанры
- Категория: Пословицы и поговорки
- Просмотров: 6921